top of page

Компьютер ҡулланыу-заман талабы. Был технология балаға тик файҙа ғына килтерһен өсөн, бер нисә кәңәш:
 
1. Баланың эш урыны яҡтылыҡ төшкән урында булырға тейеш.
2. Компьютер өҫтәле һәм ултырғыстың үлсәме баланың буйына тап килеүе мотлаҡ.
3. Балағыҙҙы махсус ултырғыс менән тәьмин итергә тырышығыҙ; ултырғыстың артҡы яғы умыртҡа һөйәктәренең уртаһына тиклем көйләп ҡуйылған булырға тейеш.
4. Компьютер өҫтәлендә тик кәрәкле әйберҙәр генә булһын,гигиена талаптарын да онотмағыҙ (мониторҙы махсус сепрәк менән генә һөртөргә; өҫтәл йыйыштырыулы булһын).
5. Монитор менән күҙҙәр араһында кәмендә 50 см ара һаҡланырға тейеш.
6. Компьютерҙа эшләгәндә ике ҡул да өҫтәлдә ятырға тейеш; аяҡтарҙың табандарын иҙәнгә ҡуйып ултырырға кәрәк (аяҡтарҙы бөкләп, ултырғысҡа терәп һ.б. ултырыу ҡәтғи тыйыла).
7. Балағыҙҙың компьютерҙа күпме ваҡыт ултырыуын тикшереп тороғоҙ; 15 минут һайын күҙҙәргә күнегеүҙәр эшләп ял итеү кәрәклеген иҫкәртегеҙ.
8. Махсус компьютерҙа эшләгәндә кейә торған күҙлек алырға тырышығыҙ (әлбиттә, офтальмолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ).
9. Компьютер урынлаштырылған бүлмәнең иҙәнен йышыраҡ йыуығыҙ, елләтеп тороғоҙ.
10. Компьютерҙа эшен тамамлағас, балағыҙ битен һалҡын һыу менән, ә ҡулын һабынлап йыуып алһа, бик яҡшы булыр.

АТА-ӘСӘЛӘРГӘ КӘҢӘШТӘР
Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.
Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас, урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
Баланы кәмһетмәгеҙ.
Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығы            
      

Балалары дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыған ата-әсәләр өсөн практик кәңәштәр
Баланың үҙенсәлекле яҡтары әле үк бар, уларҙы күрә белергә кәрәк.
Маҡтау һүҙҙәрен йәлләмә. Башҡарыусыны маҡта, башҡарылған эште генә тәнҡитлә.
Баланың алдына ул атҡара алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ.
Рөхсәт итеүҙәр, тыйыуҙарға ҡарағанда балаларҙы яҡшыраҡ өйрәтә.
Бала үҙен ни өсөн шелтәләгәнде белергә, аңларға тейеш.
Һәр бала, насар өлгәшәме ул, әллә яҡшы уҡыймы, хәрәкәтсәнме, әллә яймы, спортсымы ул, әллә ялҡаумы - яратыу һәм ихтирамға лайыҡ, ул булыуы менән ҡәҙерле.
Талапсанлыҡты арттырыу аванс менән маҡтау һүҙҙәренән башланырға тейеш.
Онотмағыҙ, бала тик етешһеҙлектәрҙән, уңышһыҙлыҡтарҙан ғына тормай.
Үҙегеҙгә инанырға кәрәк – күп осраҡта тәнҡит, талапсанлыҡ, тыйыуҙар һис кенә лә кәрәкмәй!
Балаға бәләкәй генә асыштар эшләргә мөмкинлектәр бирегеҙ.
Эмоциональ ҡәнәғәтлек ни тиклем юғары булған һайын, белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге шул тиклем үк юғары.
Балаларҙың яңылышыуҙарынан ҡурҡмағыҙ. Бала хатаһы – ул табыш.
Онотмағыҙ, бер хата икенсе фекерҙе тыуҙыра.
Онотмағыҙ, аҙ яратыу һәм үҙ-үҙен түбән баһалау уҡыу барышындағы уңышһыҙлыҡтарға килтереүе ихтимал.
Балаға үҙе аңлай, төшөнә алырҙай нәмәләрҙе тылҡымағыҙ.
Балаларҙы яратығыҙ һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ.

bottom of page