top of page

Үҙем тураһында

 Мин, Лотфуллина Эльвира Ғәле ҡыҙы, Асҡын районы Петропавловка урта мәктәбенең беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

  1986 йылдың  3 октябрендә  көҙҙөң бер көнөндә Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан  Асҡын районы Асҡын ауылында  тыуғанмын.

   Баҡса артынан уҡ башланып, йәйрәп ятҡан киң баҫыуҙары яҙын йәм-йәшел булып, йәйен, игендәр баш ҡоҫҡан мәлдә, күкшелләнеп, ә көҙөн алтын балаҫ йәйелгәндәй һап-һары тулҡындары менән ауылыма йәм өҫтәй, тағы ла күркәмләндереп ебәрә.

   Уның ҡуйы урмандары, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан баҫыуҙары, һәр һуҡмағы миңә таныш һәм ҡәҙерле.

    1993 йылда тыуған ауылым    мәктәбенең беренсе класына уҡырға барҙым.

Туғайҙарҙың йәшел хәтфә үләнендә ялан аяҡ йүгереп, болондарында үҫкән береһенән-береһе матур сәскәләргә һоҡланып, шишмәләренең тәмле лә шифалы ла һыуын эсеп, түңәрәк күлдәрендә һыу инеп үҫеп буйға еттем. Иң яҡты хыялдарымдың береһе – уҡытыусы булыу, балаларға белем биреү. 2003 йылда ошо хыялым мине Бөрө дәүләт социаль-педагогик академияһына алып килгәндер ҙә. Күңелле лә, шаулы ла, онотолмаҫлыҡ студент йылдары күҙ асып йомған арала үтте лә китте. Диплом  алып, хеҙмәт юлымды Асҡын районы Баҙансат ауылында башланым. Тәүге дәрес әлегеләй күҙ алдында. Балаларҙың аптыраулы ҡараштары, үҙемдең тулҡынланыуым...  Күп тә ваҡыт үтмәне, мин Өфөлөгә 60-сы лицейга эшкә урынлаштым. Ә 2010 йылда яҙмыш мине Петропавловка урта мәктәбенә алып килде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлымды дауам итәм.

   Белемемде  камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем.

  Һөнәрем буйынса маҡсаттарым – башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең башҡа фәндәр системаһында тотҡан үҙенсәлекле урынын билдәләү, һүҙ менән һүҙ сәнғәте ярҙамында мәҙәниәтле шәхес формалаштырыу;  уҡыусыларға белем бирергә, тәрбиәләргә,яңы үрҙәргә үрләргә, дөрөҫ юл күрһәтергә, уларға үҫергә, ижади мөмкинлектәрен табырға һәм үҙҙәренең көстәренә ышанырға.

  Бының менән бер рәттән тағы ла бер яуаплы эш алып барам – мин класс етәксеһе. Уҡыусыларым менән юғарыла әйтелгән маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу дәрестән һуң үткәрелгән сараларҙа ла дауам иттерелә. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын өйрәнеү уҡыусыларҙа тыуған илгә, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү сығанағы булып тора.

  Үҙ белемемде камиллаштырыу һәм үҫтереү - заман талабы. Был маҡсаттан һөнәри курстарҙа үҙ белемем өҫтөндә эшләйем. Интернет педсовет, форумдарҙа ҡатнашам. 

  Коллективта, ата-әсәләр араһында ла телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү өҫтөндә әүҙем эш алып барам. 

  Уҡытыуҙың һабағын күреү өсөн уҡытыусыға һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә кәрәк. Һәм бында һөнәри белем булыуы ғына етмәй, уҡытыусы бөтә яҡлап оҫта булырға тейеш. Уҡытыусы – ул бар яҡлап та өлгө кеше.

  Тәжрибәм аҙ,ләкин мин эшләйем, үҫәм, тырышам. Замана талаптары үҙгәргән һайын, артта ҡалмай,  яңалыҡтарға ынтылырға, башҡа фәндәр менән бергә туған телдең дә ҡоролошона, йәшәү, ҡулланыу закондарына уҡыусыларҙы төшөндөрөргә тырышам. 

   Уҡытыусыға үҙенә генә балалар менән эшләүе ҡыйынға тура килә. Шуға ла мин ата-әсәләр менән бергә эшләргә, уларҙы мәктәп тормошона мауыҡтырырға, ҡатнашырға саҡырам, балаларҙың мәсьәләләрен (проблемаларын) бергә сисергә еңелерәк булыуын аңлатам. Ә балалар үҙҙәренең оптимистик ҡараштары, тырышлыҡтары менән һоҡландыралар. Һәм, әлбиттә, беҙ – күмәкләп, маҡсаттарыбыҙға ирешәбеҙ, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ.

    Йөрәгемде ярып бирәһе бар

    Ҡаршымдағы малай-ҡыҙҙарға.

    Йән йылыһын, күңел йылыһын

    Күңелдәргә һалаһы бар.

IMG_20190207_124758.jpg

Белемем

Минең уңыштар

Победитель районного конкурса "Учитель года - 2019"

2003–2008

Бирская государственная социально-педагогическая академия, г. Бирск,

учитель башкирского языка и литературы

Почетная грамота МКУ Отдела образования МР Аскинский район

Республики Башкортостан 

Благодарственное письмо Администрации МР Аскинский район Республики Башкоростан

Курсы повышения: 
С 22.09.2016г. по 01.10.2016 г. 
«Использование информационно - коммуникационных технологий в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС основного общего образования» БИРО.

bottom of page