top of page

Асҡын районының башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары араһында ”Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһе үтте

25 февр. 2019 г.
2 мин. чтения


Республикабыҙҙа икенсе йыл рәттән ойошторолған “Йөрәк һүҙе” проектының даны тарала, офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә. Уны ҡарар өсөн төрлө райондарҙан ғына түгел, хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Ә Башҡортостандың ҡайһы бер район, ҡалаларында бәйгене ойоштороуҙа тәүге аҙымдар яһала. Асҡындың тел уҡытыусылары ла шиғыр һөйөүселәргә ҡушылып, тасуирилыҡта, зиһен ныҡлығында көс һынашты.

Асҡын 2-се мәктәбендә уҙған бәйгене биреләге башҡорт теле уҡытыусылары Вилена Фәтхетдинова менән Дилбәр Заһиҙуллина асты. Улар ҡунаҡтарҙы матур итеп йыр башҡарып та сәләмләне.

Район гәзиттәре баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова Өфөлә “Йөрәк һүҙе”н ҡарағандан һуң тыуған хис-тойғолары, уйҙары менән бүлеште, был матур сара Асҡында үтеүенә ихлас шатланыуын белдерҙе, бәйгеселәргә уңыштар теләп, еңеүгә дәртләндерҙе.

Сара алдынан бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусылар, жюри ағзалары фотоға ла төштө.

Сарала барлығы 23 уҡытыусы сығыш яһаны. Улар башлыса Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Мәжит Ғафури, Әңғәм Атнабаев, Рәис Түләк, Рафаэль Сафин, Зөлфиә Ханнанова һәм башҡа авторҙарҙың туған тел, тыуған ер, милләт яҙмышы, бәхет, әсәй, тәбиғәт матурлығы тураһындағы шиғырҙарын һайлағайны. Билдәле башҡорт яҙыусыларының сәсмә әҫәрҙәренән өҙөк ятлаусылар ҙа булды. Бар ҡатнашыусылар ҙа бәйгегә етди ҡарап, ныҡ әҙерләнгән. Әҫәрҙәрҙе уҡытыусылар бар күңелдәрен һалып һөйләп, тамашасыны һоҡландырҙы, таң ҡалдырҙы. Берәүҙәр күңелдәрҙе наҙлаһа, икенселәре рухландырҙы, уйландырҙы, ғорурландырҙы, сәмләндерҙе. Көйҙөргәне, тетрәндергәне, һағыштарға күмгәндәре, күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтеп, күҙҙәрҙән йәштәр тамдырғаны ла булды. Донъяла бар булған хистәрҙән торған шиғриәт диңгеҙендә йөҙҙөрөп, битарафлыҡҡа, ғәмһеҙлеккә генә урын ҡалдырманы тел, һүҙ ҡәҙерен белгән, сәхнәлә үҙҙәрен ысын артистарса тотҡан уҡытыусылар.

Ике турҙан торған "Йөрәк һүҙе" бәйгеһендә жюри ағзалары балдарын иҫәпләгән арала сәхнәнән йыр-моң ағылды. Уҡытыусылар шиғыр һөйләргә генә түгел йырларға, бейергә лә оҫта икән.

Жюри ағзалары итеп бар ғүмерен педагогик хеҙмәткә арнаған, оҙаҡ йылдар балаларҙы башҡорт һәм татар телдәре серҙәренә төшөндөргән, уларҙы халыҡ педагогикаһының иң матур өлгөләрендә тәрбиәләүгә ҙур көс һалған ветеран-уҡытыусылар саҡырылғайны. Нәҡ бына уларға төштө лә инде эштең иң яуаплыһы һәм иң ауыры. Оҫталар араһынан иң оҫтаһын һайлап алғанда телмәр таҙалығы, дикция, интонация, шиғырҙың актуаллеге кеүек критерийҙарҙан сығып баһаланы улар.


Шулай итеп...

Гран-приға Асҡын 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина лайыҡ булды.

Башҡорт телендә шиғыр һөйләүселәр араһында:


1-се урын Солтанбәк мәктәбенән Розалия Факкаровала;

2-се урындарҙы үҙ-ара Ләйсән Ғәйнелйәнова менән Табаҫҡытамаҡтан Зөлфиә Ғилфанова бүлеште;

3-сө урынғарайон мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова, Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина һәм Петропавловканан Эльвира Лотфуллина сыҡты.


Татар телендә һөйләүселәр араһында:

1-се урынҠышлауйылға мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Вәлиевала;

Ә “Һүҙ оҫтаһы” тигән маҡтаулы исемгәшулай уҡ Ҡышлауйылға мәктәбенән география уҡытыусыһы Йәмилә Хөсәйенова лайыҡ булды.




 
 
 

Комментарии


Sozdanie-modeli-sovremennogo-spetsialist

МБОУ СОШ №1 с.Аскино МР Аскинский район Республики Башкортостан

© 2019 Лутфуллина Эльвира Галеевна

<meta name="yandex-verification" content="a707d8d6f75a8597" />

bottom of page